Тимур Ямалов - Кеше эзлэй узен озак: аккорды на гитаре
Аппликатуры аккордов
Текст и аккорды
N/С
Иң ҡыйын эш ул — үҙеңде эҙләү. Кемдер өсөн ул үҙ —
үҙеңде үҙеңә бикләү, ҡулға бығауҙар һәр бар
нимәнән сикләү.
Донъя улар өсөн тар, йөрәктәрендә ҡурҡыу
һәм бөтмәҫ ҡанундар, сит ил кейемдәре,
сепрәктәр һәм тик тура юлдар…
Дөрөҫөрәге тик бер юл: уңда — упҡын,
һулда — тамуҡ, икенсе юл юҡ. Шәхси антиутопия.
Иҫке сценарий. Ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс…
D F#m
Алыҫ алыҫтарға юл алған, ти бер кеше
G A
Артында ҡалған ҡала һәм ябылмаған ишек.
D F#m
Уның бар бер хыялы — урарға бар донъяны,
G A
Йөҙөп сығып диңгеҙҙе, табырға теләй үҙен.
[Припев]:
D F#m G A
Ааааааа-ааааа… Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ…
D F#m G A
Ааааааа-ааааа… Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ…
D F#m
Кеше һаман бара алға тыныслыҡ аша яуға.
G A
Тауҙар аша урманға, ләкин тағын аҙаша.
D F#m
Һәм сыҡҡас ерҙе урап, үҙенән ҡуйған һорап:
G A
«Нимә көтә һуң алда? Бәхетле инем юлда.»
[Припев]:
D F#m G A
Ааааааа-ааааа… Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ…
D F#m G A
Ааааааа-ааааа… Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ…






Добавить отзыв